10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2016 йыл, 15:13

Төбәктә «сусҡа киҙеүе» менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән — Роспотребнадзор

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда грипп, шул иҫәптән «сусҡа» киҙеүе менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығында.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор ауырыу осраҡтары һаны эпидемия булмаған кимәлдә. Лаборатор тикшереүҙәр барышында сирлеләрҙә парагрипп вирустары һәм аденовирустар билдәләнә.

Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, ғәҙәттә, грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияның эпидемик күтәрелеше февраль-март айҙарына тура килә.

«Киҙеүгә хас билдәләр: тән температураһы күтәрелә (38 градустан юғарыраҡ), ҡалтырата, баш һәм мускулдар ауырта, йүткертә, — тип һөйләне Зөһрә Шаһиева. — А һәм В тибындағы грипп вирустары бик тиҙ үрсеүҙәре менән айырылып тора. Һанаулы сәғәттәр эсендә киҙеү вирусы тын юлдарының лайлалы тиресәһен зарарлай. Йыл һайын тиерлек вирустарҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килә».

Уҙған аҙнала Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә грипп һәм ОРВИ менән сирләү осраҡтары күбәйҙе. Лаборатор тикшереүҙәрҙә H1N1 киҙеүе вирусының пандемик штаммы билдәләнә. Уның үҙенсәлеге шунда: сир йоҡҡандан һуң 2-3 көн үткәс пневмония башланыуы ихтимал, был иһә үлемгә килтереүе мөмкин. Шуға күрә ауырыу билдәләре башланыу менән өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға кәңәш ителә.