Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Татьяна һәм Гөлшат исемле ҡыҙҙарҙы үҙенсәлекле шарттарҙа театрға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Студенттар көнө алдынан Салауат башҡорт драма театры акция ойоштора. Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 ғинуарҙа Татьяна йәки Гөлшат исемле студент ҡыҙҙарға «Гөлшаян» комедияһын 100 һумға ҡарау мөмкинлеге бирелә.

Ташлама менән файҙаланырға теләүселәр студент билетын һәм шәхесте раҫлаусы документын күрһәтергә тейеш. Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.

«Гөлшаян» — татар драматургияһы классигы Мирсай Әмирҙең комедияһы. Спектаклде режиссер Илдар Вәлиев ҡуйған, рәссамы — Азамат Ғиләжев, композиторы — Илшат Хәлилов. Премьера 16 йыл элек, 2000 йылдың февралендә булды.

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть