Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә пособие түләү шарттары үҙгәрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә айлыҡ пособие тәғәйенләү тәртибе үҙгәрҙе. Республика Хөкүмәтендә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйылған.

Быйылдан башлап ошо пособие йән башына уртаса килеме балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә генә бирелә. Әлеге мәлгә был 8 653 һум, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Быға тиклем был пособиены йән башына уртаса килеме йән башына иҫәпләнгән йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләр ала ине. Айлыҡ пособие өс йәшкә тиклемге балаларға түләнә, уның күләме — 500 һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть