7 декабрь, Шаршамбы

20 ғинуар 2016 йыл, 11:59

Өфөләрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ике миллиард һум самаһы бурысы йыйылған

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына өфөләрҙең коммуналь түләүҙәр буйынса 1 миллиард 900 миллион һум бурысы йыйылған. Баш ҡаланың Берҙәм иҫәп-касса үҙәге генераль директорының беренсе урынбаҫары Айгөл Винникова ошондай һандар килтерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, ҡаланың Берҙәм иҫәп-касса үҙәге 375 мең шәхси иҫәпте хеҙмәтләндерә, шуларҙың һигеҙ меңе буйынса алты айҙан ашыу бурыс бар. Милек хужаһы үҙәктең рәсми сайтына инеп, шәхси кабинетта үҙенең бурысы булыу-булмауы хаҡында белә ала.

Фатирҙа йәшәүселәр бурыстарына яуаплы ҡарарға һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләргә тейеш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар бурысты түләтеү өсөн йылылыҡ, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға һәм эште судҡа ебәрергә хоҡуҡлы, тиелә Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәтенең белдереүендә.