3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2016 йыл, 11:17

Төбәктә АҠШ-ҡа экспортҡа ебәрер алдынан 14000 килограмм самаһы бал тикшерелгән

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда АҠШ-ҡа экспортҡа ебәрер алдынан 14000 килограмм самаһы бал тикшерелгән. Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре пластик һәм быяла банкаларға тултырылған 13 639 килограмм тәбиғи балға тикшереү үткәргән.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бал ГОСТ һәм АҠШ талаптарына тура килә. Продукцияға халыҡ-ара ветеринар сертификаты бирелгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лә АҠШ-ҡа балдың тәүге партияһын оҙата. 18,7 тонна продукт тейәлгән контейнер былтыр сентябрь айында төҙөлгән оҙайлы килешеү сиктәрендә ебәрелә.