Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

24 февралдән 26-на тиклем Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙа. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Өфө хакимиәте сығыш яһай.

Форум сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмәләр, семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Ҡатнашыусылар үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында машина эшләү комплексы үҫешен тикшерәсәк.

Форум ҡала һәм төбәк предприятиеларының конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреүҙең файҙалы ысулдарын, импортты алмаштырыуҙы әүҙемләштереү механизмдарын эҙләү һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн уҙғарыла. Инвесторҙарға баш ҡаланың сәнәғәт ҡеүәте күрһәтеләсәк. Өфө предприятиелары башҡа төбәктәрҙән яңы партнерҙар таба аласаҡ, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.

Сараға Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы, «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы», «Технодинамика», «Рәсәй вертолеттары» акционерҙар йәмғиәттәре, ШОС илдәре предприятиелары, Волга буйы һәм Урал федераль округтарындағы ҙур ҡалаларҙың вәкилдәре саҡырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть