7 декабрь, Шаршамбы

19 ғинуар 2016 йыл, 16:01

Православныйҙар Крещение байрамын билдәләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 19 ғинуарҙа православныйҙар Крещение байрамын билдәләй. Ул христианлыҡта иң боронғо байрамдар иҫәбенә инә.

Республикала йәшәүселәр өсөн байрамға 62 һауыт әҙерләнгән. Өфөлә Дуҫлыҡ монументы һәм Нижегородка биҫтәһендәге Ағиҙел йылғаһында, шулай уҡ И.Яҡутов исемендәге һәм «Ҡашҡаҙан» ял парктарында урынлашҡан күлдәрҙә дүрт мәке эшләнгән.  

Бөгөн Өфөлә православныйҙар Изге Сергиев соборынан алып Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһындағы мәкегә тиклем тәре юлы үтте. Керәшен һыуыҡтары өсөн хас булмаған һауа торошо күҙәтелде: һауа температураһы -5 градус, һыуҙа +4. Крещение төнөнә ҡарай барлыҡ  православие ҡорамдарында һыуҙы изгеләндереү йолаһы үтәлде. Диндарҙар изге һыуға сиратҡа теҙелде. Был төндә һәр йылға-күлдән алынған ябай һыу ҙа шифалы көскә эйә тип иҫәпләнә.

«Мәкеләр баҫмалар һәм ҡоймалар менән йыһазландырылған. Һәр урында ҡотҡарыусылар, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Диндарҙарға уңайлы булһын өсөн йылы палаткалар һәм дөйөм туҡланыу пункттары ҡуйылған», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте»нең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Яна Калинина.