8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2016 йыл, 15:13

Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсы башланды

фото: Өфө хакимиәте сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсы башланды. Баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары 19-сы тапҡыр һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеме өсөн көс һынаша. «Орион» балалар ижады һарайында уҙған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһен асыу тантанаһына район этаптарында еңеүселәр, 13 предмет буйынса бөтәһе 66 уҡытыусы йыйылды. 22 уҡытыусы «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаша.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов үҙ сығышында конкурстың йылдан-йыл ҡыҙыҡлы һәм популяр була барыуын билдәләне.

«19 йыл эсендә ошо бәйгелә ике меңдән ашыу уҡытыусы ҡатнашты, 300-ҙән ашыуы лауреат исеменә лайыҡ булды. Баш ҡала уҡытыусылары «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында 15 тапҡыр еңеп сыҡты», — тип билдәләне башлыҡ урынбаҫары.

Еңеүгә өлгәшеү өсөн уҡытыусыларға таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрес үткәрергә, һуңынан уға анализ яһарға кәрәк. Артабан программала — класс сәғәте, оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ лекция, фекер алышыуҙар. Быйыл «Мәғариф проекты» тигән яңы этап индерелгән.

Тәүге тапҡыр конкурсанттар өсөн сайт эшләйәсәк, унда материалдар, методик тәҡдимдәр һәм кәрәкле документтар урынлаштырыла.

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсы барышында иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡланасаҡ.

Шулай уҡ йәш уҡытыусылар «Педагогик дебют» һәм «Педагогик өмөт» номинацияларында билдәләнәсәк.