10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2016 йыл, 14:46

«Урал батыр ере» — федераль мәҙәни мираҫ объекты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөрйән районының иҫтәлекле урыны — «Урал батыр ере» Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Хәҙер объект төбәк статусын алды. Республика Мәҙәниәт министрлығы ошо хаҡта бойороҡ сығарған.

Был документ объект биләмәһенең сиктәрен раҫлауҙы һәм һаҡлауҙы регламентлай. Дөйөм майҙаны — 62 628 127 квадрат метр, уның тәүге боролош урыны Шүлгәнташ мәмерйәһенән 938 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Объекттың сиге Кейекбай — Ғәҙелгәрәй автомобиль юлы буйынан үтә. Уның биләмәһендә Морат туғайы, Йылҡысыҡҡан күле, Бабсаҡ бей убаһы, археологик мираҫ объекттары бар.