8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2016 йыл, 13:36

Республикала Рәсәй почтаһы филиалы автопарктың 20 процентын яңыртты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Былтыр Рәсәй почтаһы автотранспорт паркының 20 процентын яңыртты. Яңы транспорттың күп өлөшө утилләштереү программаһы буйынса һатып алынған, был предприятиеға 400 миллион һумдан ашыу аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирҙе.

Башҡортостан филиалында 100-ҙән ашыу машина һатып алынған, улар иҫәбендә «УАЗ» автомобиле һәм «КамАЗ», Hino, «Шкода» йөк машиналары бар. Улар алыҫ һәм барырға юлы ҡыйын булған райондарға почта килтерәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй почтаһы автопаркында 18 меңдән ашыу берәмек иҫәпләнә. Магистраль һәм төп маршруттарҙың дөйөм оҙонлоғо 2,8 миллион саҡрымдан ашыу тәшкил итә.