Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Өфө» Сочиҙа «КиВиН-2016» фестиваленең гала-концертында сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Өфө» шаяндар һәм отҡорҙар командаһы ике һайлап алыу турын үтте һәм Сочиҙа «КиВиН-2016» халыҡ-ара фестиваленең гала-концертында сығыш яһай.

Ҡырҡ команданың алтыһы ҡыҫҡа форматлы, ҡалғандары, улар араһында «Өфө» лә бар, тулы форматлы сығыш күрһәтәсәк. Тап гала-концертта Халыҡ-ара КВН союзының телевизион лигаһы, шул иҫәптән Юғары һәм Премьер-лига составтары билдәле буласаҡ. «Өфө» төбәк-ара КВН лигаһы сайтында хәбәр ителеүенсә, концертты Беренсе каналда ҡарарға мөмкин.

Быйыл Сочиҙағы фестивалдә бөтә Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән 450-нән ашыу команда ҡатнашты. «Өфө»нән тыш, бер нисә республика командаһы сығыш яһаны. Улар иҫәбендә «Gadget», Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университетының йыйылма командалары бар.

Шаяндар һәм отҡорҙар фестивале 12 ғинуарҙа Красная Поляна ҡасабаһында «Горки Город» комплексы биләмәһендә башланды.

Теги: квн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть