4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2016 йыл, 10:43

Башҡортостандан бобслейсы Илвир Хузин Донъя кубогы этабында еңде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. АҠШ-та 2015/16 йылдар миҙгеле бобслей буйынса донъя кубогының бишенсе этабы бара.

Ярыштарҙа Александр Касьяновтың экипажы беренсе урын яуланы. Рәсәйҙәр составында Башҡортостандан бобслейсы Илвир Хузин миҙалға лайыҡ булды.

«Көмөш» Германия экипажына эләкте, швейцарҙар бронза миҙал алды.