7 декабрь, Шаршамбы

19 ғинуар 2016 йыл, 10:06

Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йөҙөнән ойошторолған рок-концертта ҡатнашыусылар һәм билет хаҡы билдәле булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң рок-н-ролл донъяһы Юрий Шевчук һәм «Outrider», «Boogie Band», «The Donuts» төркөмдәре ҡатнашлығындағы концертты көтә. Хәйриә концерты 5 февралдә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа. Музыканттар үҙҙәренең сығышын «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составы гитарасыһы Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йөҙөнән ойоштора. Әлеге ваҡытта музыкант яман шештән дауаланыу курсы үтә, билет һатыуҙан килгән аҡса медицина сығымдары һәм реабилитация курстары өсөн түләүгә йүнәлтеләсәк.

«Башинформ» агентлығына «The Donuts» төркөмөнөң художество етәксеһе һәм бас-гитарасыһы Артур Кәримов хәбәр итеүенсә, концертта улар үҙҙәренең рок һәм блюз-рок стилендәге бер нисә композицияһын башҡарасаҡ.

«Рөстәм Асанбаев менән концерттарҙа бер нисә тапҡыр осраштыҡ. Яҡындан таныш булмаһаҡ та, уның Өфөлә рок һәм блюз-рок музыкаһы үҫешенә индергән өлөшө хаҡында беләбеҙ. Кешегә теләктәшлек күрһәтергә теләйбеҙ. Уға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә кәрәк», — тине Артур Кәримов.

Билеттар «Огни Уфы» күңел асыу комплексы кассаларында ғына һатыла, хаҡы 1500-ҙән алып 3500-гә тиклем. Телефон: 290-86-90, 290-86-86.

Былтыр сентябрь айында гитарасыға 61 йәш тулды. Ул уны 2015 йылдың 22 сентябрендә Республика клиник онкология диспансерына килгән дуҫтары менән билдәләне. Шул уҡ йылдың 29 сентябрендә ошо медицина учреждениеһында Рөстәм Асанбаев һәм башҡа пациенттар өсөн концерт ойошторолдо.