Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда керәшен йыры фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан вәкилдәре Ҡазанда уҙған «Раштыуа йондоҙо» VIII керәшен йыры фестивалендә Гран-при яуланы. Баҡалы районынан «Һандуғас» ансамбле еңеүсе тип танылды.

Район хакимиәтенең рәсми порталында хәбәр итеүҙәренсә, балалар фольклор коллективы етәксеһе Ольга Рыцева — йыр буйынса талантлы педагог. Ул керәшендәрҙең мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Бәйгелә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Мари Иленән һәм башҡа төбәктәрҙән артистар ҡатнашты. Фестивалдең маҡсаты — үҙенсәлекле ансамблдәрҙе һәм солистарҙы, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлау.

Конкурс ете номинация буйынса уҙғарылды: «Этник вокал», «Халыҡ вокалы», «Фольклор-эстрада вокалы», «Фольклор ансамбле», «Вокаль ансамбль», «Вокаль-инструменталь ансамбль» һәм «Инструменталь ансамбль».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть