9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2016 йыл, 17:02

Салауат химия заводы Рәсәйҙең стратегик предприятиелары исемлегенә инде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Салауат химия заводы Стратегик ойошмалар исемлегенә индерелгән. Тейешле документ Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ошо исемлеккә Башҡортостанда урынлашҡан ун предприятие ингән. Улар — Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, «Гидравлика», КүмАПП, Өфө агрегат етештереү берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе, «Витязь» машина эшләү компанияһы, «Молния» етештереү предприятиеһы, «Магнетрон» Өфө микроэлектроника заводы, Башҡортостан «Прогресс» етештереү берекмәһе һәм «Уфаавиапроект» Өфө авиация сәнәғәтенең проект-конструктор институты.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында аңлатыуҙарынса, илдең иҡтисади эшмәкәрлегенең тотороҡлоғон күтәреү, шулай уҡ көрсөк күренештәренең кире эҙемтәләрен кәметеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан система булдырыусы ойошмаларҙың исемлеге раҫланған.

Салауат химия заводы 2012 йылда «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең химия заводы майҙансығында булдырылған. 2015 йылдан акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә. Устав капиталы 5,576 миллиард һум тәшкил итә, 61 проценты — Рәсәйҙеке.