5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2016 йыл, 16:15

Баш ҡала — бензин хаҡының түбәнлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидер

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө бензин хаҡының түбәнлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидер һанала. Башҡортостандың баш ҡалаһында бензиндың бер литры уртаса 33,84 һум тора, шул иҫәптән А-76 (АИ-80) маркалы — 31,80 һум, АИ-92 — 32,99, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,76, дизель яғыулығы — 35,93 һум. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте ағымдағы йылдың 11 ғинуарына бензинға һәм дизель яғыулығына аҙна һайын эшләнгән хаҡтар мониторингы мәғлүмәттәрен бирҙе.

Ҡазанда бензиндың бер литры — 33,41, Һамарҙа 33,50 һум тәшкил иткән. Волга буйы федераль округында иң ҡиммәтле бензин Пермдә (35,04 һум), Түбәнге Новгородта (34,94), Ижевскиҙа (34,83) һатыла.

Статистиктар иҫәпләүенсә, илдә бензиндың бер литры 34,89 һум (А-76 (АИ-80) маркалы — 32,23 һум, АИ-92 — 33,91, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,80), дизель яғыулығы — 35,54 һум. Волга буйы федераль округы буйынса бензиндың уртаса хаҡы 34,10 һумға тиң (А-76 (АИ-80) маркалы — 31,62 һум, АИ-92 — 33,12, АИ-95 һәм юғарыраҡ — 36,31), дизель яғыулығы — 35,12 һум.