9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2016 йыл, 15:31

Өфө ҡыҙы «Мисс Рәсәй 2016» гүзәллек конкурсының һайлап алыу турында ҡатнаша

фото: Бәйләнештә

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 22 йәшлек Өфө ҡыҙы Гөлнур Зиннәтова «Мисс Рәсәй 2016» гүзәллек конкурсының һайлап алыу турында ҡатнаша. Бәйгене Woman.ru интернет журналы уҙғара. Баҫма конкурстың партнеры булып тора. Иң күп тауыш йыйған өс һылыуҡай Мисс Рәсәй исеменә дәғүә итәсәк.

Бөгөнгә Гөлнур тауыштар һаны буйынса алтынсы урынды биләй.

«Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ! Өс музыка ҡоралында (фортепиано, флейта, аккордеон) уйнайым — һөнәрем буйынса музыка уҡытыусыһымын, бейеү, бокс менән мауығам. Дуҫтарыма һәм ғаиләмә төрлө илдәрҙән матур открыткалар ебәрергә хыялланам», — тип яҙа Өфө ҡыҙы.

Тауыш биреү 19 февралгә тиклем дауам итә. Ҡыҙға ярҙам итеү өсөн махсус һылтанма менән файҙаланыу зарур.

«Һылыуҡай-2012» телевизион матурлыҡ конкурсында Гөлнур «Нәфис һылыуҡай» исеменә лайыҡ булғайны.