3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2016 йыл, 14:16

Златоуст ҡалаһында башҡорт ҡоролтайының офисы асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Златоуст ҡалаһында Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының офисы барлыҡҡа килде. Ойошманың әүҙем ағзалары башҡорт мәҙәниәте һәм көнкүреш бүлмәһен йыһазландырҙы. Хәҙер бында ҡоролтай йыйылыштары һәм өлкәндәр, балалар өсөн мәҙәни саралар уҙғарыласаҡ.

Яңы офис ҙур булмаған музейҙы хәтерләтә — бында башҡорттарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәр, музыка ҡоралдары һәм методик әҙәбиәт тупланған. Тиҙҙән башҡорт телен өйрәнеү курстары асыласаҡ.

Тәүгеләрҙән булып яҡындағы мәктәп уҡыусылары килде. Балалар башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм традициялары менән танышты, әкиәттәр һәм көйҙәр тыңланы, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.