11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2016 йыл, 13:04

Баш ҡалала 2015 йылдағы иң яҡшы театр эштәре билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Тамаша» мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының иң яҡшы ижади эштәрен билдәләне. Бер нисә театр эшмәкәре наградаға лайыҡ булды. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова Мөҙәрис Багаевтың «Ике төш» драмаһында Миңзифа роле өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», актер Фәнис Рәхмәтов «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында (Олжас Жанайдаровтың «Йот» спектаклендә Әхмәт) еңеп сыҡты. Быйылғы миҙгелдең премьераһы — Айрат Абушахманов ҡуйған «Йот» спектакле лә йәнә ике исемгә бәйле билдәләнде. Римма Ҡаһарманова Сәүле роле өсөн «Иң йәш башҡарыусы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылһа, «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш» («Йот», «Ике төш» спектаклдәре) номинацияһында композитор Илшат Яхин бүләкләнде.  

Баҫманың баш мөхәррире Сөләймән Латипов театрҙың художество етәксеһе Олег Хановҡа ла журналдың наградаһын тапшырҙы.