Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республиканың ауыл хужалығы эшҡыуарҙарын «АгроУрал-2016» төбәк-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың ауыл хужалығы эшҡыуарҙарын «АгроУрал-2016» IV төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар. Ул Пермь крайының Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы ярҙамында Пермдә 30 марттан 1 апрелгә тиклем үтә.

Күргәҙмә Урал һәм Волга буйы төбәктәрендә агросәнәғәт комплексы ҡеүәтен үҫтереү, шулай уҡ предприятиеларға илебеҙҙә етештерелгән заманса ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо сара барышында «Һөҙөмтәле ауыл хужалығы» форумын үткәреү ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән республика ведомствоһының сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть