6 декабрь, Шишәмбе

18 ғинуар 2016 йыл, 11:32

Өфө спортсылары Австрияла Халыҡ-ара балалар уйындарында һигеҙ миҙал яуланы

фото: Өфө хакимиәте сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң йәш спортсылары Австрияла Халыҡ-ара балалар уйындарында һигеҙ миҙалға лайыҡ булды. Уйындың һуңғы көнөндә өфөләр йәнә өс миҙал яуланы. Тау саңғысылары Александр Ғәлиәкбәров менән Елизавета Воробьева ски-кросс буйынса ярыштарҙа беренсе һәм икенсе урын алды. Биатлонсы Алмаз Вәлиев ҡатнаш эстафетала икенсе булды.

Өфө спортсылары һигеҙ миҙал алып ҡайтты: Алмаз Вәлиев менән Александр Ғәлиәкбәровтың икешәр миҙал (һәр береһенең алтын һәм көмөш), Татьяна Гришина — «алтын», Кирилл Педь «көмөш» яуланы, Яна Вәлиева менән Елизавета Воробьеваның — «бронза», тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары Тайвандә Нью-Тайбэй ҡалаһында уҙа.