10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2016 йыл, 10:12

Рөстәм Хәмитов Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының эшсе төркөмө менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 ғинуарҙа Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының эшсе төркөмө менән осрашты. Кәңәшмәлә советтың 2015 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ төбәк муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡ мөхите торошо мәсьәләләре тикшерелде.

Республика етәксеһе 2015 йылға яҡынса йомғаҡ яһаны һәм Башҡортостандың макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса йылды яҡшы тамамлауын билдәләне. Атап әйткәндә, инвестициялар күләме 2014 йылға ҡарата 5 процентҡа артҡан, сәнәғәт етештереү индексы 101 процент, тауар тейәү – 104, ойошмаларҙың әйләнеше 101 процент самаһы тәшкил иткән.

Республика Башлығы килеп тыуған социаль-иҡтисади хәлдә властың өҫтәмә мөмкинлектәрҙе күҙ уңында тоторға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Республикабыҙға килгәндә, бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Эшҡыуарлыҡ тигәндә күптәр сауҙа үҙәге, магазин, киоск, будканы ғына күҙ уңында тота. Ысынында бәләкәй бизнес кешелек капиталын, республика инфраструктураһын булдырыуҙа эшләй ала. Әлбиттә, беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡ социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға килһен өсөн әүҙем эшләй башларға тейешбеҙ.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бәләкәй бизнестың республика иҡтисадына индергән өлөшө ҙур түгел – тулайым төбәк продуктында уға 10-дан 20 процентҡа тиклем тура килә.