5 декабрь, Дүшәмбе

15 ғинуар 2016 йыл, 17:54

Башҡортостанда ғаилә малсылыҡ фермаларына дәүләт ярҙамы 1,8 тапҡырға артҡан

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда былтыр ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль аҡсаның дөйөм суммаһы 1,8 тапҡырға артҡан һәм 194 миллион һум тәшкил иткән. 2012 йылдан алып ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтеүгә 457 миллион һум бүленгән: федераль ҡаҙнанан — 284, төбәк бюджетынан 173 миллион.

«167 фермер хужалығына ғаилә малсылыҡ фермаларын ойоштороуға гранттар бирелгән, — тип һөйләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов. — Программаны тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса дүрт йыл эсендә ҡатнашыусылар 2259 баш эре мөгөҙлө мал, 459 йылҡы, 1803 һарыҡ, 3000 ҡаҙ, шулай уҡ тракторҙар һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алған».

Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, йыл һайын фермер хужалыҡтарының һаны 250-300 берәмеккә арта. Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә, фермерҙар сәсеүлек майҙандарын 200 мең гектарға киңәйткән. Һөҙөмтәлә фермерҙар етештергән продукцияның өлөшө 2011 йылда 4,2 проценттан 2015 йылда 10 процентҡа тиклем артҡан. Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың фермерҙар рәтенә күсеүе күҙәтелә.