8 декабрь, Кесе йома

15 ғинуар 2016 йыл, 17:14

Силәбе өлкәһендә башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө тураһында китап донъя күрҙе

фото: Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбе өлкәһендә Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө хаҡында китап донъя күрҙе. Баҫма Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм яңынан ойошторолған «Уралым» гәзите менән берлектә сығарылған.

Йыйынтыҡҡа башҡорт милләтле ветерандар һәм тыл эшсәндәренең 70 тарихы ингән. Улар фронт тормошо, ошо ауыр осорҙағы тормош тураһында хәтирәләре менән бүлешә. Китаптағы геройҙарҙың барыһы ла — Көньяҡ Уралда йәшәүселәр, тип хәбәр итә Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы.

Донъя тарихында Көньяҡ Уралдың төп халҡы Тыуған илен яҡлаусы булараҡ билдәле. Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң башҡорттарға Рәсәйҙең тышҡы сиктәрен яҡлау бурысы йөкмәтелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем 4000-дән ашыу саҡрым юл үтә, Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Суворов һәм II дәрәжә Кутузов ордендары менән бүләкләнә. Дивизияның 3860 яугиры орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е — Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була. Ҡыҙыл Армияның бер берләшмәһендә лә ошондай геройҙар һаны һәм дүрт хәрби орденлы байраҡ булмаған.