6 декабрь, Шишәмбе

15 ғинуар 2016 йыл, 15:54

Баш ҡала рәссамы Светлана Мөхәмәтгәрәеваның эштәре Францияла Рус мәҙәниәте аҙналығында күрһәтелә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө рәссамы Светлана Мөхәмәтгәрәеваның эштәре Францияла күргәҙмә проектында күрһәтеләсәк. Ул 18-24 ғинуарҙа Рус мәҙәниәте аҙналығы сиктәрендә Лангедок районы Кастельно-ле-Лез ҡалаһында уҙа. Сараны Рус-француз дуҫлығы ассоциацияһы ойоштора.

Франциялағы һынлы сәнғәт һөйөүселәр Анде Мальру экспозиция үҙәгендә бер нисә Рәсәй рәссамының ижады менән таныша ала. Күргәҙмәгә рәссамдарҙың картиналары, иконалар, һүрәттәр һәм фотоһүрәттәр ҡуйыла. Унда Светлана Мөхәмәтгәрәеваның Монпелье ҡалаһындағы шәхси коллекцияла һаҡланған 12 эше урын аласаҡ.

Светлана Мөхәмәтгәрәева (Абдюшева) — рәссам, график, рәссам-сценограф, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы режиссеры. Баш ҡалала тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 1991 йылдан республика, ил һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша. 2011-2013 йылдарҙа Францияла рәссамдың шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Эштәре Рәсәй, Франция, Италия, Австрия, Германия, Төркиәләге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Сценограф булараҡ Светлана Мөхәмәтгәрәева Президент шыршыһы, «Симфония төнө» асыҡ һауалағы концерт, «Ал сәскә» мюзиклы кеүек байтаҡ сағыу мәҙәни сараларҙы биҙәне.