Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ял көндәрендә республикала һалҡынайта, әммә яуым-төшөм аҙ буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Ял көндәрендә Башҡортостанда көндәр һалҡынайта, әммә яуым-төшөм аҙ буласаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шәмбе һәм йәкшәмбелә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. 16 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -9,-14 градус тәшкил итәсәк, аяҙайтҡанда -20 градусҡа тиклем, көндөҙ -8,-13. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.

17 ғинуарҙа еңелсә буран сығыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Төндә термометр бағанаһы -15,-20 градусҡаса төшәсәк, аяҙайтҡанда -25, көндөҙ -7,-12, көнсығышта -16 градусҡа тиклем.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть