3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2016 йыл, 14:39

Өфөлә баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы билдәләнәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы билдәләнәсәк. 18 ғинуарҙа «Орион» балалар ижады һарайында (Таллин урамы, 17) педагогик оҫталыҡ бәйгеһен асыу тантанаһы уҙа. Бер үк ваҡытта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы ойошторола.

Конкурсанттар тәжрибәләре менән уртаҡлаша, асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үткәрә. Уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ лекциялар, фекер алышыуҙар көтә. Һынауҙарҙы абруйлы жюри баһалай.

Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығында асыҡлауҙарынса, конкурс барышында абсолют еңеүсенән тыш рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары билдәләнәсәк. Йәш педагогтарға ярҙам итеү өсөн быйыл «Педагогик дебют», башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн «Педагогик өмөт» номинациялары булдырылған.  

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсы тәүге тапҡыр 1997 йылдың ғинуар айында ойошторолдо. Бөгөнгә унда баш ҡаланың ике меңдән ашыу уҡытыусыһы ҡатнашҡан, шуларҙың 100-ҙән ашыуы еңеүсе булған.

Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.