2 декабрь, Йома

15 ғинуар 2016 йыл, 13:30

Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында дәүләт хеҙмәттәре күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү буйынса лидер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү буйынса лидер. Был хаҡта Мәскәүҙә Хөкүмәт ултырышында иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев хәбәр итте.

Ул күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү мәсьәләләрендә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән төбәктәрҙе билдәләне. Башҡортостан Мәскәү, Свердловск һәм Ростов өлкәләре менән бер рәттән юғары күрһәткескә өлгәшкән биләмәләр иҫәбенә инде.

Төбәктең иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков һүҙҙәренсә, күп функциялы үҙәктең офистары республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә эшләй. «Был хеҙмәттәр алыу процедураһын еңеләйтергә һәм ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе. 2016 йылда хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға баҫым яһаласаҡ», — тине министр.

Республика ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, федераль талаптар буйынса уҙған йылдың аҙағына илдең бөтә субъекттары төбәк халҡының 90 проценты өсөн «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе тәьмин итергә тейеш ине. Башҡортостан билдәләнгән күрһәткесте арттырып үтәне: бөгөн республика халҡының 98 проценттан ашыуы күп функциялы үҙәк хеҙмәттәре менән файҙалана ала.