9 декабрь, Йома

15 ғинуар 2016 йыл, 12:15

Өфө үҫмерҙәре Австрияла ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында йәнә ике миҙал яуланы

фото: Роман Хәкимов

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө үҫмерҙәре Австрияның Инсбрук ҡалаһында VII ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында йәнә ике миҙал яуланы.

Ярыштың икенсе көнө Өфө командаһына алтын һәм көмөш миҙалдар алып килде. Кисә ҡатнаш командалар араһында параллель слалом буйынса ярыштар уҙҙы, унда төрлө илдәрҙән дүртәр вәкил инде. Өфө спортсыһы Татьяна Гришина команда зачетында «алтын», Александр Ғәлиәкбәров иһә «көмөш» миҙал яуланы.  

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, биатлонсылар — ҡатнаш эстафетала, тау саңғысылары — ски-кросс буйынса ярыштарҙа, ә конькиҙа йүгереүселәр ҡатнаш эстафетала ҡатнаша, 1000 метрға йүгерә.

Әлегә Өфө спортсылары иҫәбендә ике алтын, ике көмөш, бер бронза миҙал бар.