11 декабрь, Йәкшәмбе

15 ғинуар 2016 йыл, 11:34

2016 йылда республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн коммуналь субсидиялар әүәлгесә ҡала

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2016 йылда республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидиялар биреү шарттары әүәлгесә ҡала. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдарҙың рөхсәт ителгән иң ҙур өлөшө күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн 18 процент тәшкил итәсәк. Субсидия алыусылар иҫәбенә ингән башҡа кешеләр өсөн уның күләме 20 процент кимәлендә ҡала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ғинуарында Башҡортостан Хөкүмәте республика стандарттары күләмен кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, бер йыл эсендә субсидия алыусы ғаиләләр һаны 5,6 процентҡа артҡан һәм 46 меңдән ашыу тәшкил иткән.

Субсидия юллау өсөн Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенең филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талап ителгән документтар исемлеге Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында баҫылған.