2 декабрь, Йома

15 ғинуар 2016 йыл, 10:04

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында иң популяр тәбиғәт парктары билдәләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында иң популяр тәбиғәт парктары билдәләнде. «Ирәмәл»гә 582 турист сәйәхәт ҡылған, «Асылыкүл»дә — 111, Мораҙым тарлауығында 40-ҡа яҡын кеше ял иткән, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа туристар тап «Ирәмәл» тәбиғәт паркында Яңы йыл каникулдарын үткәреүгә өҫтөнлөк бирә.

«Был иһә парктың үҫешеүе, яңы маршруттар һәм һуҡмаҡтар булдырылыуы хаҡында һөйләй, — тине министр урынбаҫары. — 2015 йылдың ноябрендә «Ирәмәл» биләмәһендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы буйынса сираттағы экологик-мәҙәни маршрут асылды. Уның оҙонлоғо 30 саҡрым тәшкил итә. Экскурсия һуҡмағы билдәләнгән, унда туристик туҡталыштар, беседкалар, усаҡтар һәм аншлагтар ҡуйылған».

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 320 турист, шул иҫәптән 2016 йылдың башынан 119 кеше яңы  маршрут буйлап үткән.

Ҡыш көнө балыҡсылар «Асылыкүл» тәбиғәт паркын һайлай, ә Мораҙым тарлауығы биләмәһендә ял итеү өсөн уңайлы.