8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2016 йыл, 17:23

Баш ҡалала наркотиктар һатыу тураһында аноним мәғлүмәт өсөн почта йәшниктәре ҡуйылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң Орджоникидзе районында наркотиктар һатыу тураһында аноним мәғлүмәт өсөн почта йәшниктәре ҡуйылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр иттеләр.

Аноним мәғлүмәттәр өсөн йәшниктәр түбәндәге адрестар буйынса ҡуйылған: Яңы Черкассы урамы, 11, Ҡулса урамы, 43, Блюхер урамы, 28, 50, 16, Коммунарҙар урамы, 66/3, Вологодская урамы, 76/3, Шота Руставели урамы, 18а, Тыныслыҡ урамы, 12, Калинин урамы, 16 һәм Азатлыҡ урамы, 17.

Бындай саралар баш ҡалала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу һәм наркоманияны иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителгән, тиелә белдереүҙә.