Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Һуңғы йәйләү» спектакле «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестивалендә күрһәтеләсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Һуңғы йәйләү» («Йот») спектакле Силәбелә «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестиваль-лабораторияһында ҡатнаша. Фестиваль 3 мартта Яңы художестволы театр сәхнәһендә башлана.

«Театр кешеһе» фестивале өс йыл элек булдырылған һәм сит ил, Рәсәй театрҙарының лайыҡлы спектаклдәре менән таныштырыу өсөн абруйлы майҙансыҡ тигән исем яулаған. Силәбе тамашасыһы менән аралашыу өсөн Сербия, Израиль, Молдавия, Грузия һәм Рәсәйҙән театр коллективтары килә.

Фестиваль өс майҙансыҡта уҙғарыла. Спектаклдәр һәм уларҙы тикшереү онлайн трансляциялана.

Ҡаҙаҡ драматургы һәм сценарисы Олжас Жанайдаровтың «Йот» спектаклен режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған, уның премьераһы октябрь айында уҙҙы. Спектаклдәге ваҡиғалар Ҡаҙағстанда үткән быуаттың 30-сы йылдары башындағы ҡот осҡос аслыҡ осоронда бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть