8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2016 йыл, 16:25

Өфө үҫмерҙәре Австрияла Халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге еңеү яуланы

фото: Өфө хакимиәте сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө үҫмерҙәре Австрияла VII  ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге еңеү яуланы, тип хәбәр итә Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ярыштың тәүге көнөндә Алмаз Вәлиев (биатлон), спринтта 20-нән ашыу спортсыны уҙып китеп, алтын миҙал яуланы. Өфөнән Данис Зөбәйеров бишенсе урын алды. Ҡыҙҙар араһында Александра Федорова — алтынсы, Ульяна Борисовская 11-се урында.

Үҫмерҙәр араһында «Сноуборд-кросс» дисциплинаһында Кирилл Педь көмөш призер булды.

Ҡыҙҙар араһында ошо дисциплинала Яна Вәлиева бронза миҙал яуланы. Маргарита Аҙнабаева финал ярыштары һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урында.

«Слалом-гигант» дисциплинаһында өфөләр араһында иң яҡшыһы — Артемий Исмәғилев (алтынсы урын), артабан Александр Ғәлиәкбәров (һигеҙенсе урын) килә. Ҡыҙҙар араһында Татьяна Гришина — 25-се, Елизавета Воробьева 37-се урын алды.

Австрияның Инсбрук ҡалаһында барған уйындарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһынан 12-14 йәшлек 16 спортсы ҡатнаша. Улар тау саңғыһы, сноуборд, конькиҙа  йүгереү һәм биатлон буйынса ярыштарҙа сығыш яһай.