8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2016 йыл, 15:50

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башстат уҙған йылдың 30 декабренән 2016 йылдың 11 ғинуарына тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Алма (килограмы — 82,14 һум), кишер (26,18), башлы һуған (24,07) 5,5 процентҡа, аҡ күсәнле кәбеҫтә (23,76) һәм картуф (17,79) 4 процентҡа артҡан. Бойҙай онона хаҡ үҙгәрмәгән (29,66).

Статистиктар иҫәпләүенсә, үҫемлек майына (үҫеш 0,1 процент тәшкил иткән, уртаса хаҡы — 99,84 һум), һарыҡ итенә (минус 0,1 процент, 319,59), арыш икмәгенә (минус 0,1 процент, 40,79) хаҡтар үҙгәрмәгән тиерлек. Дөгө (54,34 һум) 1,4 процентҡа, һыйыр ите (289,63) — 1,3, 1 һәм 2 сортлы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, булка изделиелары (42,65) 0,8 процентҡа арзанайған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «эремсек билмәне рейтингында» республика 22 урынды биләне. Ризыҡтың хаҡы ингредиенттарҙың — һөт, он, аҡ һәм үҫемлек майы, картуф, башлы һуған һәм ҡаймаҡтың дөйөм хаҡынан сығып иҫәпләнде.