4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2016 йыл, 15:10

Яңы йыл каникулдарында төбәк халҡы 160 литрҙан ашыу ҡан биргән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы йыл каникулдарында төбәк халҡы 160 литрҙан ашыу ҡан биргән — 497 кеше донор булған, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 31 декабрҙә, 5 һәм 9 ғинуарҙа Республика ҡан ҡойоу станцияһы Яңы йыл доноры көндәрен ойошторҙо.

Байрамдарҙа медицина учреждениелары онкология сирлеләрҙе дауалау өсөн, шулай уҡ хәл өҫтөндәге пациенттар һанының артыуына бәйле ҡанға заказды арттыра. Мохтаж булған һәр кемгә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡан запасы булырға тейеш.

Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡортостанда төп донор үҙәге булып тора. Йыл һайын ул 100 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итә һәм төбәктең дауалау учреждениелары өсөн 45 мең литр самаһы ҡан әҙерләй. Станциялар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында ла эшләй. Ҡанды ҡала һәм район дауаханаларында бирергә мөмкин. Республикала «Почетлы донор» исеменә лайыҡ булған 10,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.