4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2016 йыл, 14:32

Башҡортостандың Пенсия фондына 72 миллиард һум страховка иғәнәһе ингән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылда Башҡортостанда Пенсия фондына 72 миллиард һум страховка иғәнәһе ингән. Был уҙған йылғы кимәлдән 2,7 миллиардҡа күберәк. Ведомство керемдәрҙең ыңғай динамикаһын билдәләй. Мотлаҡ медицина страховкалауы фондына 16,3 миллиард һум йүнәлтелгән, был былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда 13,8 процентҡа юғарыраҡ.

Республика керем үҫеше һәм күләме буйынса Волга буйы федераль округында һәм илдә алдынғы урындарҙы биләй. Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, яғыулыҡ сәнәғәте, химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү, транспорт ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларынан керем күберәк инә.

2016 йылдың 1 ғинуарынан башланған эш биреүселәрҙән отчет ҡабул итеү тамамланғас, страховка иғәнәләренең суммаһы эшләүсе граждандарҙың шәхси иҫәбенә теркәләсәк.