6 декабрь, Шишәмбе

14 ғинуар 2016 йыл, 12:08

Республикала ҡала төҙөлөшөндә «йәшел» технологиялар индереү нормативы раҫланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Йәшәү өсөн уңайлы, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо аҙ булған күсемһеҙ милек объекттарын проектлау, төҙөү һәм реконструкциялау, тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу» ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативы раҫланды.

Норматив тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеү, төҙөлөштә экологик яуаплылыҡты популярлаштырыу маҡсатында әҙерләнгән. Ул ирекле нигеҙҙә ҡулланыла һәм файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ биналар, административ, офис, бизнес-үҙәктәр, ҡунаҡханалар, ятаҡтар, белем биреү, спорт, сауҙа, сауҙа-күңел асыу, шулай уҡ медицина учреждениеларына берҙәй ҡағыла.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш тармағында 2010 йылда Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында булдырылған «Йәшел стандарттар» күсемһеҙ милек объекттарын ирекле сертификациялау системаһы киң ҡулланыла башлай. Тәү сиратта «йәшел» төҙөлөш экологик яҡтан таҙа төҙөлөш материалдарын һәм заманса технологиялар ҡулланыуҙы, электр энергияһын һәм һыуҙы, шулай уҡ энергияның икенсе сығанаҡтарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һүҙҙәренсә, төбәктә «йәшел» төҙөлөштө индереү өсөн тейешле база булдырылған. Республиканың йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағында ойошторолған күсемһеҙ милек объекттарын сертификациялау органы эшләй башланы. Бөгөнгә Өфө районындағы йорт сертификацияланған, «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә төҙөлөүсе объектты сертификациялау процедураһы бара. «Йәшел» технологиялар индереүҙең мөһимлеген раҫларға кәрәкмәй, сөнки энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлау менән бер рәттән тирә-яҡ мөхиткә, кешенең сәләмәтлегенә зыян килмәй», — тип билдәләне министр.