10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2016 йыл, 10:49

Башҡортостан ауыл табиптарына түләүҙәр өсөн 90 миллион һум аҡса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостан ауыл еренә эшкә ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү өсөн 90 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте сайтында субсидиялар бүлеү тураһында тейешле ҡарар баҫылған.

Компенсациялар индереү ауыл ерендә 5300-ҙән ашыу табипты эшкә урынлаштырырға һәм ауылда сифатлы медицина ярҙамын алырға мөмкинлек бирәсәк.

Быйыл ауылға эшкә килгән һәм төбәк власть органдары менән килешеү төҙөгән юғары белемле 50 йәштән өлкән булмаған табипҡа миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән компенсация түләнә.

Ҡул ҡуйылған ҡарар нигеҙендә мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджетынан 3 200 миллион һум күләмендә бюджет-ара трансферттар бүлеү раҫлана. Аҡса Рәсәй төбәктәре ғаризалары буйынса бирелә.