7 декабрь, Шаршамбы

14 ғинуар 2016 йыл, 10:00

Рәсәйҙәрҙең 80 проценттан ашыуы йәшелсә һәм еләк-емешкә хаҡтың артыуын билдәләй — ВЦИОМ

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, граждандарҙың 82 проценты йәшелсәгә һәм еләк-емешкә хаҡтың артыуын билдәләй. 75 проценты — иттең, 72 проценты һөт продукттарының ҡиммәтләнеүен тойған. Халыҡтың 66 проценты — икмәккә, 62 проценты — шәкәргә, 61 проценты ярма һәм макаронға хаҡтың күтәрелеүен теркәгән.

Хеҙмәттәр һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар араһында рәсәйҙәрҙең 74 проценты коммуналь түләүҙәрҙең ҡиммәтләнеүен, 54 проценты бензинға хаҡтың артыуын билдәләй. Һорау алыныусыларҙың 43 проценты юл йөрөү билеттарына хаҡтың күтәрелеүен тойған.

Респонденттарҙың баһаһы буйынса, уҙған йылдың аҙағында төп продукттарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар үҫеше темпы йыл башына ҡарағанда кәмерәк булды. Статистиктар билдәләүенсә, әгәр бер йыл элек һорау алыныусыларҙың 50 проценттан ашыуы тауарҙарға хаҡтарҙың артыуы хаҡында һөйләһә, бөгөн иһә уларҙың һаны аҙыраҡ.