11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 17:37

Башҡортостан Хөкүмәте граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға үҙгәрештәр индерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте 2015-2018 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика программаһына үҙгәрештәр индерҙе.

Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, программаның өсөнсө этабына Өфө, Әлшәй, Бәләбәй, Илеш, Шишмә һәм Яңауыл райондарындағы иҫке йорттар индерелгән.