Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

3 февралдә БДИ-ға инеү хоҡуғы алыу өсөн иншаны ҡабаттан яҙырға мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Декабрҙә йомғаҡлау иншаһы буйынса «икеле» билдәһен алған ун беренсе класс уҡыусылары 3 февралдә уны ҡабаттан яҙа ала.

Башҡортостанда 19 181 уҡыусының 283-ө (1,47 процент) эште башҡара алмаған. 4 декабрҙә сығарылыш класс уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙҙы.

Инша яҙыу — ун беренсе класс уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Уның һөҙөмтәләре Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын бирә. Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар инша урынына изложение яҙа ала. Резерв көндәр — 3 февраль һәм 4 май. Әгәр ҙә уҡыусы эште башҡара алмай икән, ул Берҙәм дәүләт имтиханына индерелмәй.

Инша яҙыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Текста кәм тигәндә 250 һүҙ булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть