5 декабрь, Дүшәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 17:06

Өфөлә Рәсәй киноһы йылы «Башҡортостан» киностудияһы фильмдарын күрһәтеү менән асыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 ғинуарҙа Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын рәсми асыу тантанаһы була. Тантана Өфөләге Рәсәй кинематографияһы үҙәгендә — «Родина» кинотеатрында уҙа.

«Родина» кинотеатры директоры урынбаҫары Рида Үтәшева хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәт 2-лә йәшел залда балалар «Башҡортостан» киностудияһының анимация фильмдарын ҡараясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҙур фойела һәм күк залда киностудияның иң сағыу эштәре күрһәтеләсәк. Байрамға абруйлы ҡунаҡтар һәм республика кинематографистары — актерҙар, режиссерҙар, операторҙар саҡырылған.

Ябай тамашасылар өсөн  фильмдар киске сәғәт 5-тә күрһәтелә.