7 декабрь, Шаршамбы

13 ғинуар 2016 йыл, 16:54

Баш ҡалала журналистар араһында ойошторолған конкурс еңеүселәре бүләкләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Өфөлә республика журналистары араһында ойошторолған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Бүләкләү тантанаһы Рәсәй матбуғаты көнөндә уҙҙы. Был байрам илдә 13 ғинуарҙа билдәләнә.

Был көндә бер нисә ижади конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм приздар тапшырылды. Республика гәзит-журналдары һәм федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк ҡушымталары араһында хәрби тематиканы иң яҡшы яҡтыртыу буйынса бәйгелә «Башҡортостан» гәзите беренсе урын яуланы. Ҡала, берләштерелгән һәм район киң мәғлүмәт саралары өсөн номинацияла Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конкурста «Әбйәлил» гәзите еңеүсе тип табылды. Электрон киң мәғлүмәт саралары араһында беренсе урын «Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!» телемарафоны һәм «Бөйөк Еңеү» промороликтары серияһы өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалына бирелде.

Республика гәзит-журналдары араһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урынды «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, ҡала, берләштерелгән һәм район киң мәғлүмәт саралары араһында Асҡын мәғлүмәт үҙәге алды. Электрон киң мәғлүмәт саралары өсөн номинацияла беренсе урынды «Бельские просторы» журналы сайты яуланы. «Учалы гәзите» «Атла, китап!» акцияһы өсөн Әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында махсус приз менән бүләкләнде.

Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Туймазинский вестник» гәзите һәм «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы үҙ номинацияларында юғары наградаларға лайыҡ булды.

Башҡорт телендә — «Башҡортостан» һәм «Киске Өфө», рус телендә «Янаульские зори» һәм «Караидель» гәзиттәренең сайттары баҫмаларҙың иң яҡшы сайттары тип танылды.