6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 15:38

Өфөлә «Башҡортостан ере яҙыусылары» тигән белешмә-китап баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостан ере яҙыусылары» тигән белешмә-китап донъя күрҙе. Китаптың төҙөүселәре — Р.Н. Байымов, Г.Н. Гәрәева, Р.Х. Тимерғәлина урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргәсә яҙыусылар хаҡында мәғлүмәттәр туплаған. Белешмәлә авторҙарҙың ҡыҫҡаса биографияһы, ижады, төп әҫәрҙәре исемлеге урын алған. Шулай уҡ яҙыусының башҡа телдәрҙән тәржемә иткән әҫәрҙәре, уның ижады тураһында әҙәбиәт билдәләнгән.

«Башҡортостан ере яҙыусылары» библиографик белешмәһе милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт проблемалары менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Уның төп маҡсаты — авторҙың әҫәрҙәре исемлеге менән генә таныштырыу түгел, ошо әҫәрҙең әҙәбиәтебеҙгә индергән өлөшөн билдәләү. Шуға күрә белешмә менән әҙәбиәтсе-ғалимдар ҙа, тарихсылар ҙа файҙалана ала. Ул студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, китапхана хеҙмәткәрҙәренең өҫтәл китабына әйләнергә тейеш.

темалар: китап сығарыу