10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 14:51

Башҡорт балы Нью-Йорктағы сауҙа селтәрҙәрендә һатыласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты балдың тәүге партияһын АҠШ-ҡа оҙата. 18,7 тонна продукт тейәлгән контейнер уҙған йылдың сентябрендә төҙөлгән оҙайлы килешеү сиктәрендә ебәрелә.

«Башҡорт балының ошо партияһы Нью-Йоркка оҙатыла. Бал ҡалалағы сауҙа селтәрҙәренең береһендә һатыласаҡ. Америка фирмаһы менән килешеү 2015 йылдың 9 сентябрендә төҙөлгәйне. Быға тиклем улар Алтай менән эшләгән, әммә беҙ АҠШ-ғы лабораторияларға үҙебеҙҙең балды тәҡдим иттек, һәм ул юғары баға лайыҡ булды», — тип хәбәр итте Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институтының директоры Әмир Ишемғолов.

Уның һүҙҙәренсә, Америка фирмаһы Башҡортостан етештереүселәренә ҡарабойҙай балына заказ биргән. Ул яҡын арала АҠШ-ҡа ебәреләсәк.

темалар: башҡорт балы