10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 11:39

Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамланыуға ай ярым ваҡыт ҡалды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 2016 йылдың 1 мартында торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡыты тамамлана.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 560 446 торлаҡ фонды объекттарына ҡарата граждандарҙың 1 196 970 хоҡуғы теркәлгән.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың башында төбәктә, бөтә илдәге кеүек үк, торлаҡты хосусилаштырыу әүҙемләште. Ул ваҡытта март айында ғына торлаҡ биналарына 10 585 хоҡуҡ теркәлгән.

2014 йылда хосусилаштырыу сиктәрендә граждандарҙың теркәлгән хоҡуҡтары һаны кәмене, әммә ай һайын республика биләмәһендә 3500 самаһы хоҡуҡ теркәлде.

Башҡортостан халҡына сираттағы тапҡыр бушлай хосусилаштырыу ваҡытының тамамланыуы хаҡында иғлан ителгәс, 2014 йылдың аҙағында 2015 йылдың башында мөрәжәғәттәр күбәйә башланы, тип билдәләнеләр Росреестрҙа. Күптәр быны 2015 йылдың 1 мартына ҡәҙәр эшләп ҡалырға ашыҡты. Уҙған йылдың һуңғы айҙарында ошондай мөрәжәғәттәрҙең һаны өс меңдән саҡ ҡына күберәк тәшкил итте.

1992 йылда иғлан ителгән торлаҡты бушлай хосусилаштырыу 2007 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙең яңы Торлаҡ кодексын ҡабул иткәс тамамланырға тейеш ине. Әммә һуңынан уның ваҡыты күп тапҡыр оҙайтылды — тәүҙә 2010 йылдың 1 мартына тиклем, аҙаҡ 2013 йылдың 1 мартына ҡәҙәр, артабан — 2015 йылдың 1 мартына һәм һуңғы тапҡыр 2016 йылға тиклем.