6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2016 йыл, 10:26

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостан прокуратураһы коллективын һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Прокуратура – хоҡуҡ һаҡлау системаһының мөһим тармағы, ул дәүләттең ышаныслы терәге, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа ныҡ тора. Енәйәтселеккә, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарға, экстремизмға һәм коррупцияға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге, халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлау күп осраҡта һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Закондың көсөнә ышаныс – һәр беребеҙҙең шәхси һәм йәмәғәт хәүефһеҙлегенең мөһим шарты. Һеҙ уны көндәлек намыҫлы эшегеҙ менән нығытаһығыҙ.

Башҡортостан Башлығы енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәште, террористик һәм экстремистик күренештәрҙе бөтөрөүҙе республика прокуратураһы алдында торған төп бурыстар тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, уларҙы уңышлы хәл итеү иҡтисади үҫеш динамикаһын, йәмғиәттәге социаль тотороҡлоҡто, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙы билдәләй.

– Һуңғы йылдарҙа республика прокуратураһының халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғырта башлауы мөһим. Прокуратура эшендә ошо йәһәттән ыңғай үҙгәреш күҙәтелә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Прокуратура граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен, хеҙмәт һәм социаль хоҡуҡтарын яҡлай, эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләтеү менән шөғөлләнә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәртип урынлаштыра, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Халыҡ, ошондай үҙгәреште күреп, прокуратураға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Эшмәкәрлегегеҙҙең ошо йүнәлешен үҫтереүегеҙҙе һорайым, сөнки йәмғиәткә таянып ҡына һеҙ эшләй һәм ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә аласаҡһығыҙ.