7 декабрь, Шаршамбы

12 ғинуар 2016 йыл, 17:52

Өфө сәнғәт академияһы тарихи исемен кире ҡайтарҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарихи исемен кире ҡайтарҙы. Хәҙер ул йәнә сәнғәт институты тип атала. 8 декабрҙә Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Уҡыу йорто 2016 йылға ошо исем менән рәсми рәүештә аяҡ баҫты. Вуздың исемендә беренсе ректорҙың исеме һаҡланып ҡала. Институттың тарихи исемендә ул булмағанлыҡтан, уҡыу йорто яңы исемгә эйә булды: «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты».

Вуздың исемен алмаштырыу уның статусын түбәнәйтеүҙе аңлатмай, тине проректор Алһыу Хәсбиуллина. Уҡыу йорттарына тарихи исемдәрен кире ҡайтарыу тураһында мәсьәлә «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы яңы Законға ярашлы Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡушыуы буйынса ҡаралды.

Республиканың төп ижади уҡыу йорто 2003 йылдан академия тип аталды. 2014 йылдың сентябрендә вуз хеҙмәткәрҙәренең дөйөм йыйылышында уҡ «институт» исемен кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителгәйне. «Беҙҙең уҡыу йорто 36 йыл институт тип аталды, элекке һәм хәҙерге ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурландыҡ һәм ғорурланабыҙ», — тип хәбәр итте Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Әминә Әсмәндиәрова.