8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2016 йыл, 17:07

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылы уңайынан ҡыҙыҡлы саралар әҙерләйҙәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй киноһы йылы уңайынан Башҡортостанда ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыласаҡ. Фотокүргәҙмә ойоштороу, кинооператор Михаил Новиковтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы уның фильмдарын күрһәтеү, илдең билдәле сценаристарының береһе ҡатнашлығында кинодраматургтар семинарын үткәреү, II дебютанттар питчингы, «Йәнле һүрәттәр» балалар анимацияһы фестивален, «Балалар — кино геройҙары» фестивален уҙғарыу ҡаралған, унда Булат Йосоповтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Сөмбөлдөң етенсе йәйе», «13-сө раунд», Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел ҡыуыусы», Айнур Асҡаровтың «Еңмеш», Роман Пожидаевтың «Япраҡ», «Карусель» фильмдары күрһәтеләсәк. Күп кенә фильмдарҙа төп ролдәрҙе балалар уйнай, хәҙер иһә уларҙың күбеһе төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала. Студенттар, шулай уҡ «Башҡортостан» киностудияһы вәкилдәре менән ижади осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

III Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Кино фестивале директоры Азамат Хужәхмәтов һүҙҙәренсә, уны уҙғарыу ваҡыты билдәләнә, бәлки, сара йәйге айҙарға күсерелер.

Республика Хәрби Дан музейы сайтында һуғыш хаҡында фильмдарҙың виртуаль кинотекаһы булдырыласаҡ. Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт киноһы көндәре уҙғарыласаҡ.